Шағир хаҡы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *



Шағирҙары, сәсән-йырауҙары -
Аҫыл хазинаһы халҡының,
Шағир әйтһә - офоҡтар асыла,
Талған ҡанат китә талпынып.
Шағир әйтһә - һүнгән ҡуҙ тоҡана,
Боҙ онтала туңған күңелдә,
Еңеләйтә белә иле йөгөн,
Тик үҙенә түгел еңелдән.
Шағир ҙа бит ябай әҙәми зат,
Уның да бар илар саҡтары,
Уның да бар арып-талған мәле,
Тапалғаны бәндә хаҡтары.
Аһ, шул ваҡыт тетрәй рух көмбәҙе
Таяуҙарҙың һиҙеп бушауын
Түбәләре сатнап-ярылып китә,
Өҙөлөрҙәй тотҡан ҡоршауы.
Тик яҙмышҡа ғына һылтап булмай,
Яралайбыҙ бик йыш үҙебеҙ,
Кесе таяу кәрәк ҙур таяуға,
Терәк булыу кәрәк һүҙебеҙ.
Шағирҙары, сәсән-йырауҙары -
Таянысы тыуған халҡының.
Халҡым хаҡын хаҡлау өсөн кәрәк
Ҡәҙерен белеү шағир хаҡының.


2013